15.10.2019 Ғаиләңдең бюджетын тәртиптә тоторға өйрәтеүсе фестивалдә ҡатнаш
Ғаилә финанс фестивале. Шундай сара көтөлә тиҙҙән.
"Торатау" Конгресс-холында 26 октябрҙә Бөтә Рәсәй аҡса тупланмалары аҙнаһы сараларына ярашлы, ғаилә финанс фестивале үтәсәк.
Был сара "күңел асыу аша белем алыу" (edutainment) форматы буйынса ойошторола. Бында ҡатнашыусылар ғаилә бюджеты менән идара итеү үҙенсәлектәре менән танышасаҡ, финанс инструменттарын ҡулланырға өйрәнәсәк, мутлашыусыларҙы танып белеү серҙәре тураһында ла мәғлүмәт аласаҡ. Һәм, әлбиттә, хоҡуҡтарҙы яҡлау буйынса фекер алышасаҡ.
Рәсәй һәм Башҡортостандың Финанс министрлыҡтарының, Волга буйы федераль округтарҙағы белгестәр ҡатнашлығында "түңәрәк өҫтәл", оҫталыҡ дәрестәре, лекторийҙар, интеллектуаль уйындар ҙа ҡаралған.
Бик ҡыҙыҡ сара булмаҡсы, шулай бит?
Килегеҙ, финанс белемегеҙҙе тикшерергә ҙур мөмкинлек. Ҡатнашыу бушлай. Бары тик алдан finfest.tilda.ws/ufa сайтында теркәлергә генә кәрәк.
Сәғәт иртәнге 10.00-да башлана.
Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтынан.
Источник: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайты.