15.10.2019 Балағыҙҙы нисек ашаталар?
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел белем биреү учреждениеларында балаларҙы туҡландырыуҙа байтаҡ етешһеҙлектәр барлығы асыҡланды.
Өҫтәлдәргә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек, тулы булмаған порциялар ҡуйылырға тейеш түгел. Республика башлығы Радий Хәбиров етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бер аҙна ваҡыт бирҙе. Ашханалар тәртипкә киләме?
Ата-әсәләр, ошо хаҡта һеҙҙән комментарийҙар көтәбеҙ! Аноним яҙырға теләүселәр булһа, төркөмгә шәхси хәбәр менән ебәрегеҙ, исемһеҙ ҙә баҫасаҡбыҙ.