15.10.2019 Байрамың менән, ауыл ҡатын-ҡыҙы!
Шундай иҫтәлекле дата бар. Халыҡ-ара статуслы. Бөтә донъяныҡы тип тә әйтәләр.
Нисек кенә атамаһындар, шундай көндөң булыуы яҡшы.
Ауыл ҡатын-ҡыҙы тигәс тә, ниндәйерәк гүзәл затты күҙ алдына килтерәһегеҙ?
Көйәнтә күтәргән, тимәҫһегеҙ, моғайын. Хәҙер һыу өйҙә. Хәйер, төпкөлдә, бәлки, улай ҙа түгелдер.
Һәнәк тотҡан, тип тә әйтеп булмайҙыр, хәҙер ауылда малды бигүк аҫрамайҙар кеүек.
Аш-һыу бүлмәһендәге роле сикһеҙ инде алай ҙа.
Шәхсән үҙем иһә, ауыл балаһы булараҡ, ауыл ҡатын-ҡыҙын өй менән ихата буйлап өлтөрәп йөрөгән (хатта йүгерекләп), ҡулында мотлаҡ нимәлер булған, бер ыңғай ашлыһыуын да түгеп, тауыҡтарын да ҡарап, юл ыңғайы баҡсаһына инеп-сығып йөрөгән, кухняһында тәмле еҫтәр сығарған, мәңге арымаған, һин йоҡонан торғанда өҫтәл тултырып ризыҡ теҙгән, йоҡларға барыһынан да һуңыраҡ ятҡан, һәр саҡ көр кәйефле, бер аҙ уҫаллыҡ та күрһәткән кеше итеп күҙ алдына килтерәм.
Ауыл ҡатын-ҡыҙының көн тәртибе тәүлек әйләнәһенә кеүек. Йәйен бигерәк тә. Һалҡын миҙгелдә, исмаһам, әҙерәк ял итеп ҡалһалар ине улар!
Ауылдарҙан ир-аттың күпләп Себергә йә башҡа яҡҡа китеүен дә иҫәпкә алғанда, тормош көтөү башлыса ҡатындар иңендә.
Йорт гөлт итеп тора икән, тимәк, бында егәрле ауыл ҡатын-ҡыҙы йәшәй. Эйеме?
Байрам менән, ауыл ҡатындары! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!