15.10.2019 Байрам көнөндә эшләгәндәргә – икеләтә хеҙмәт хаҡы
Ял һәм байрам көндәрендә эшләгән өсөн икеләтә күләмдә хеҙмәт хаҡы түләнергә тейеш йәки ял алырға мөмкин, тип аңлата Хеҙмәт һәм мәшғүллек федераль хеҙмәте.
Аҡсамы, ялмы – хеҙмәткәр үҙе һайлау хоҡуғына эйә. Ә бына ял һәм байрам көндәрендә хеҙмәткәр риза булған һәм айырым осраҡтарҙа ғына эшкә йәлеп итергә мөмкин. Һәм был рәсми ҡарар йәки бойороҡ менән нигеҙләнергә тейеш. Айырым осраҡтарға килгәндә, улар – бәхетһеҙлек, эш биреүсе, дәүләт йәиһә муниципалитет милкенең юҡҡа сығыуына юл ҡуймау, производство аварияһын, катастрофаны булдырмау, уларҙың һөҙөмтәләрен бөтөрөү, ғәҙәттән тыш хәл һәм хәрби положение индереү һ.б.
Хөкүмәт раҫлаған профессияға ҡараған ижади һөнәр вәкилдәре коллектив йәки хеҙмәт килешеүе, локаль документ тарафынан ҡаралған тәртиптә ял көндәрендә эшләтергә мөмкин.