15.10.2019 «Экстрасенстар алышы» тапшырыуын судҡа биргән
8 йыл элек ТНТ телеканалындағы «Экстрасенстар алышы» популяр тапшырыуында Өфөнән Станислав Булатовты кеше үлтереүҙә ғәйепләйҙәр.
Тапшырыуға килгән йәш ҡатын үҙенең буласаҡ ирен үлтереүсене табырға ярҙам итеүҙе һорай. Шулай уҡ уның гомосексуалист булыуы хаҡында ла бәйән итә.
Экстрасенстар Стасҡа күрһәтә. Һуңынан был ғәйепләүҙе инҡар итәләр, әммә халыҡ һүҙе уны судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә. Мещан суды ирҙең ғаризаһын кире ҡаға, хәҙер уны Мәскәү ҡала судында ҡарарға тейештәр.