14.10.2019 Симона Байлз ир-аттарҙы ла уҙып китте
Американың билдәле гимнасткаһы, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Симона Байлз йәнә донъя чемпионатының рекордын яңыртты.
Ул донъя беренселектәрендә бөтәһе 24 миҙал яулап (12-һе алтын), хатта ир-ат араһында 23 миҙал яулаған Беларусь гимнасты Виталий Щербоны үтеп китте. Быға тиклем Симона, Рәсәй гимнасткаһы Светлана Хоркинаны уҙып киткәйне. Хоркинаның иҫәбендә – 20 миҙал.