14.10.2019 СНИЛС электрон формала буласаҡ
1 октябрҙән Рәсәй Пенсия фонды идаралығының индивидуаль иҫәп страховка номеры таныҡлығының формаһын раҫлау буйынса ҡарары үҙ көсөнә инде. Хәҙер шәхси иҫәп номеры яҙылған йәшел карточка урынына (СНИЛС) Пенсия фондынан алынған электрон документ күрһәтеү генә талап ителәсәк.
Яңы документта мәғлүмәттәр элеккеһендәге кеүек.11 һандан торған шәхси иҫәп номеры, , хеҙмәткәрҙең исеме, фамилияһы, атаһының исеме, тыуған көнө һәм тыуған урыны, енесе һәм шәхси иҫәпкә алыу системаһында теркәлеү ваҡыты була.
Документты фондтың территориаль органдарында, күп функциялы үҙәктәрҙә, шулай уҡ фондтың сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет аша алырға мөмкин.