14.10.2019 Ә һеҙҙең алда бөтә юл да шымамы?
Эш эшләнде, тиҙәр, ә соҡор - һаман урынында. Радий Хәбиров тәнҡитләрлек тә шул.
Башҡортостан Башлығы "Дорожный эксперт" мобиль ҡушымтаһын еренә еткереп эшләргә ҡушты.
Баҡһаң, юлдарҙағы, ихаталарҙағы соҡор-саҡырҙы бөтөрөүгә ярҙамсы булараҡ барлыҡҡа килгән ҡушымта "төҙөк түгел".
- Говорят, что ликвидировано 500 тысяч ям, а те, которые заложены в мобильном приложении, до сих пор не все ликвидированы. Давайте все ямы зацифруем, чтобы я четко понимал… Я буду принимать к отчету только те ямы, которые зацифрованы, – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Радий Хәбиров хөкүмәттең бөгөн иртән үткән оператив кәңәшмәһендә.
"Дорожный эксперт" тураһында ул эшләнгән ваҡытта күп яҙҙыҡ, күп һөйләнек. Был ҡушымта кешегә соҡорҙар тураһында тейеш ергә хәбәр итергә мөмкинлек бирер өсөн булдырылғайны.
Ҡушымта менән генә соҡорҙарҙы ямап бөтөп булмай шул әлегә. Етмәһә, асфальт һалырлыҡ миҙгел дә бөтөп бара.
Яҙын беҙҙең алда тағы ла бик күп соҡор йәйелеп ятмаҫ, тип кем гарантия бирә ала?