14.10.2019 Еңел байырға уйлағандар ҙа бит…
БР прокуратураһы енәйәтсел наркотөркөмдөң 18 ағзаһына хөкөм ҡарарын раҫлаған. Улар ойошҡан төркөм менән ҙур күләмдә наркотиктар таратыуҙа ғәйепләнә.
2017 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 37 йәшлек ир илерткес матдәләр таратыуҙағы үҙенең «бизнесы"на ике егетте ылыҡтыра. Һуңынан улар Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан да кешеләр йәлеп итә. Төркөмгә күмәртәләп наркотиктар һатып алған курьерҙар ҙа инә. Улар фатирҙа порошоктарҙы бәләкәй пакеттарға тултыра.
Ғәйепләнеүселәрҙән хоҡуҡ һәм тәртип һаҡылары 10 кг наркотик матдә тартып алған.
Егеттәр еңел генә байырға теләгәндер ҙә бит,әммә хәҙер уларға ун йылдан ашыу төрмәлә ултырыу янай.