14.10.2019 Күршеһенең картуфын урлаған
Быйыл картуф мул булыуға ҡарамаҫтан, арабыҙҙа кеше уңышына ҡул һуҙыусылар булыуы аптырата. Яңыраҡ Шишмә районының Шиңгәк-Күл ауылында 31 йәшлек ир, күршеһенең өйҙә юҡлығынан файҙаланып ишеген емереп, 4 тоҡ картуфын алып сыға.
Хужабикә өй ишеге емерелеүе һәм 100 килограмм картуфты юғалыуы хаҡында полицияға ғариза яҙа. Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене һәм урланған картуфты таба. Енәйәтсе картуфты һатып, аҡсаһына спиртлы эсемлек алыу маҡсатында урлағанын әйтә. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.