14.10.2019 Киләһе йыл нимә йылы буласаҡ тип уйлайһығыҙ?
БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы 2020 йылды ниндәй маҡсатлы йыл итеп билдәләү тураһында һөйләне.
Күп фекер алышыу һәм анализдар яһау шуны күрһәткән: беҙҙә төҙөкләндереү, уңайлы йәшәү мөхите булдырыу өсөн ҙур эш башҡарырға кәрәк.
Республика етәксеһе, маҡсатлы йылды ниндәйҙер абстракт әйбергә бәйле итеп түгел, ә аныҡ, халыҡ мәнфәғәттәренә яуап бирерлек булған эшкә арнарға кәрәк, тине.
Шулай итеп, Радий Хәбиров тәҡдименсә, киләһе йылды Республика тораҡ пункттарының эстетикаһы йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтылыҡ, ҡоймалар тип атауыбыҙ ихтимал.
Был йәһәттән ҙур эш башҡарыу талап ителә. Тиҙҙән тейешле указ сығасаҡ.
Радий Хәбиров әҙерлек эштәрен башларға ҡушты. Халыҡ та тирә-йүнде күркәмләндереү буйынса әүҙемлек күрһәтһен ине. Уларҙың башланғыстарына ҡолаҡ һаласаҡтар. Кеше нимәнелер эшләүҙә үҙе ҡатнашһа, ул был эшен һаҡлаясаҡ, тигән ышаныс та бар.