14.10.2019 Хуш ябай ТВ, һаумы "цифра"!
Бөгөн ғәҙәти телевизорҙан цифрлыһына күсәбеҙ. Моғайын, тейешле аппаратура ҡуйып өлгөргәнһегеҙҙер.
Заманса телевидениеға күсеү халыҡтың 15-20 процентына ҡағыласаҡ. Әле 60 проценты тиерлек кабель ТВ ҡарай. Улар өсөн бер нимә лә үҙгәрмәй, нисек кабель буйынса ҡарағандар, артабан да шулай дауам итәсәк.
Кемгә приставка алырға кәрәккән, алғандарҙыр. Кемдәр өлгөрмәгән, телевизор экранында махсус ролик күрәсәк һәм артабан нимә эшләргә кәрәклеген беләсәк.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә кабелле эфир ҙа юҡ. Уларға юлдаш ҡорамалдары алырға кәрәгер.
Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, аҙ тәьмин ителгән категорияһында булған граждандарға ҡорамал алыу һәм ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтелергә тейеш. Ундайҙар беҙҙә ике мең самаһы икән.
8 (800) 347 00-55 - был "ҡайнар линия" һандары. Ярҙам кәрәкһә, шылтырата алаһығыҙ.