13.10.2019 Ҡала уртаһында ҙур соҡор барлыҡҡа килгән
Өфөлә йәнә ер убылған.
13 октябрҙә Рабкоров урамындағы 4/4 һанлы йорт янында ер емерелеп, ҙур соҡор барлыҡҡа килгән. Ваҡиға урынында ҡала хеҙмәте вәкилдәре, ҡотҡарыусылар һәм ”Өфө һыу каналы” бригадаһы эшләй. Хәүефле урынды уратып алғандар, авария-тергеҙеү эштәре ойошторолған. 14 октябргә соҡорҙо күмеп, асфальт түшәү эштәрен тамамларға ниәтләйҙәр.