12.10.2019 Психологтар ярҙам күрһәтә
Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылы айҡанлы барған саралар күп. Шуларҙың береһе - телефон аша ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеү.
8-800-347-5000 номерына шылтыратһағыҙ (бушлай!), линиялағы психологтар балалар менән аралашыуҙа тыуған аңлашылмаусанлыҡтарҙы, шәхес-ара, ғаилә конфликттарын сисергә ярҙам итәсәк, балаларҙы тәрбиәләүҙә һорауҙарға яуап бирәсәк.
Бөтә проблемаларҙы ла хәл итергә мөмкин, шуны онотмағыҙ, дуҫтар!