12.10.2019 Өфө мэры Мортаза Рәхимовты Республика көнө менән ҡотланы
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты Республика көнө менән тәбрикләне.
Осрашыуҙа Өлфәт Мансур улы Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән Башҡортостан һәм Өфөнөң үҫеше тураһында әңгәмәләште. Аҙаҡтан баш ҡала башлығы Мортаза Рәхимовҡа оҙон ғүмер һәм һаулыҡ теләне.