10.10.2019 Юл фажиғәләре - 9 октябрь
Кисәге, 9 октябрҙә, республикала 17 автомобиль аварияһы теркәлгән. Ике кеше һәләк булған, ун һигеҙ кеше йәрәхәттәр алған. Эскән килеш руль артына ултырған 38 водитель тотолған.
Кисен Баймаҡ районында Баймаҡ-Сәрмән автоюлының 21-се саҡрымында Йылайыр районынан 51 йәшлек ир "Daewoo Nexia" машинаһында юлда боҙолоп туҡтап торған КамАЗ-ға барып бәрелгән. Еңел машина водителен дауаханаға алып барһалар ҙа, ул төндә яраларҙан һәләк булған.
Шулай уҡ Кушнаренко районында ла кисен, Кушнаренко-Саҡмағош автоюлының 18-се саҡрымында 21 йәшлек Саҡмағош районы егет ВАЗ-2115 машинаһында ыңғай барған МТЗ-80 тракторына бәрелгән. Аварияла ВАЗ-дың пассажиры, 54 йәшлек ҡатын, ауыр йәрәхәттәр алып, "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән, водитель дауаханаға эләккән.
Төнгә ҡалмаҫҡа тырышығыҙ, туғандар... Яҡты күҙҙә ҡайтып етегеҙ! Һәр кемде өйҙә көтәләр бит...