10.10.2019 Рәсәй гимнастары тәүгә донъя чемпионы булды
Рәсәй ир-ат йыйылма командаһы гимнастары донъя чемпионатында алтын миҙал яулап, үҙ тарихында тәүгә ҙур уңышҡа ҡаҙанды.
Улар команда беренселегендә иң күп балл йыйып, икенсе-өсөнсө урын алған Ҡытай менән Япония спортсыларын уҙып китте. Команда составында Давид Белявский, Денис Аблязин, Никита Нагорный, Артур Далалоян һәм Иван Стретович сығыш яһаны. Былтыр улар икенсе урын яулағайны.
Һуңғы тапҡыр беҙҙекеләр, йәғни 1991 йылда СССР гимнастары уңышҡа ҡаҙанғайны.
Быға тиклем Рәсәй ҡатын-ҡыҙ гимнастары донъя чемпионатында «көмөш»лө булғайны.