09.10.2019 Төпкөл ауылда йәшәй әүҙемдәр
Һөйөндөк ауылы район үҙәге Учалынан бик алыҫта ятһа ла, унда тормош быҫҡып ятмай, сөнки халҡы бик әүҙем.
Алтын көҙҙөң һуңғы аяҙ, сыуаҡ көнөндә, мәҫәлән, ауыл китапханаһы мөдире Вилә Мырҙағолова тәбиғәт ҡосағында "Өмөт" ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзаларының ултырышын үткәрҙе. "Ҡатын-ҡыҙҙың библиойәйе" тип аталған көҙгө библиокафела яңғыраған музыкаль-шиғри композиция Мостай Кәримдең шиғриәтенә таянып әҙерләнгән.
Ҡатын-ҡыҙҙар шағирҙың шиғырҙарын уҡып, йырҙар йырлап күңел асҡан. Һуңынан "Оҙон ғүмерлелек серҙәре" темаһына әңгәмә ҡороп, яңы китап-журналдарға байҡау яһағандар.
Фитнес күнекмәләр яһап, тәмле сәйҙәр эсеп, үҙ-ара төрлө кәңәштәре менән бүлешеп, яҡшы кәйефтә таралышҡандар.
Бындай яҡты аралашыу һәр кемгә ыңғай йоғонто яһай инде ул.
Бынан тыш ауыл "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылып, клуб мөдире Гөлсара Камалова, китапханасы Вилә Мырҙағолова менән бергә әүҙем ҡатындар, уҡыусы балалар һәйкәл тирәләй ҡарағай үҫентеләрен ултыртҡандар. Афариндар!