09.10.2019 Көслө магнит дауылдары буласаҡ
Октябрь аҙағында ҡояшта үҙгәрештәр көтөлә. Йыһандағы был күренеш кешеләрҙең һаулығында ла сағылыш табасаҡ.
Хроник сирҙәр менән интегеүселәр, ҡан баҫымы даими күтәрелгәндәр был көндә һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Магнит дауылдары 24 октябрҙән 26 октябргә тиклем дауам итәсәк. Метеоһиҙгерлеге көслө булған кешеләрҙә «ауыр» көндәрҙә баш ауыртыу, йоҡо килеү, йөрәк тибешенең йышайыуы, баш әйләнеүе көтөлә. Шуға ла магнит дауылдары булған көндәрҙә ауыр эш эшләмәй, көсөргәнеш кисермәй, еңел үҙләштерелә торған витаминлы ризыҡтар ашап үткәрегеҙ.