09.10.2019 Көнөнә күпме һыу эсергә кәрәк?
Кеше көнөнә кәмендә 2 -2,5 литр һыу эсергә тейеш. Шулай булмаһа, матдәләр алмашыныуы боҙолорға, кеше төрлө сиргә тарырға мөмкин, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Әммә был һүҙҙәр нигеҙле тикшеренеүҙәр менән раҫланмаған. Бары тик спорт менән шөғөлләнеүселәргә уҙған быуаттың 70-се йылдарында тәҡдим ителгән. Бөйөк Британия ғалимдары әйтеүенсә, сәләмәт организмда баш мейеһе һәр процесты контролдә тота. Тәндә һыу миҡдары кәмей башлау менән һыуһау сигналдары барлыҡҡа килә. Шулай уҡ баш мейеһенән бөйөрҙәргә «Организмда дымдаы һаҡларға!» тигән сигнал бирелә икән.
Ни бары организмға иғтибарлы булыу талап ителә, ул үҙенә нимә кәрәклеген белдереп тора, тип хәбәр итә «Би-Би-Си».