09.10.2019 Хәйерсе, хәйерсе лә ... Ә өйөндә ҡапсыҡлап аҡсаһы булған
Һиндостандың Мумбай ҡалаһында бәхетһеҙлек осрағы теркәлеп, бер хәйерсе поезд аҫтына ҡалып үлгәс, полиция хеҙмәткәрҙәре был эште тикшерә башлаған.
Әйткәндәй, оҙаҡ йылдар хәйер һорап урам ҡыҙырған ирҙе тирә-йүндәге кеше белгән һәм ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән: ҡайһыһы аҙыҡ менән, бәғзеләре аҡса биргән. Шәхестең Бидичанд Панамарам Азад икәне асыҡланғас, хоҡуҡ һаҡсылары мәрхүмдең өйөнә барған. Бында иһә уларҙы диван янында теҙелеп ултырған бер нисә ҡапсыҡ ваҡ аҡса ғәжәпләндергән.
Был аҡсаны полиция хеҙмәткәрҙәре һигеҙ сәғәт буйы һанаған. Һөҙөмтәлә хәйерсенең бөтөнләй ярлы булмауы асыҡланған. Ҡапсыҡтарҙа 1,7 миллион рупия һаҡланған. Был яҡынса 24 мең доллар тәшкил итә. Ниңә был ҡәҙәре аҡсаны йыйған һәм уны тотонмаған икән?