09.10.2019 Уйынсыҡ тәгәрмәс баланың ҡолағында ярты йыл буйы йөрөгән
Силәбе өлкәһе табиптары баланың ҡолағы нимәгә ауыртҡанын ваҡыт үткәс кенә асыҡлаған.
Сабый ярты йыл элек ҡолағы ауыртыуға зарланған. Уның әсәһе Мейәс район дауаханаһына мөрәжәғәт иткән. Әммә табиптар тикшергәндән һуң, бер ниндәй ҙә етди проблема тапмай.
Баланың ҡолағын йыуҙырып, дарыу тамыҙырға кәңәш итә. Урындағы табиптар ҡушҡан процедуранан һуң да уның ҡолағы ауыртыуы дауам итә.
Шунан сабыйҙы Силәбе табиптарына күрһәтергә булалар. Ҙур ерҙә беренсе тикшереүҙә үк малайҙың ҡолағында ят әйбер барлығын асыҡлайҙар һәм унан уйынсыҡ машина тәгәрмәсен тартып сығаралар.