09.10.2019 Иғтибар! Журналистар өсөн яңы конкурс.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы журналистар һәм блогерҙар араһында парламент темаһына иң яҡшы материалға конкурс иғлан итте. Ул Республика парламентының 25 йыллығына арнала.
Конкурсҡа 2019 йылдың 1 сентябренән 2020 йылдың 1 февраленә тиклем киң мәғлүмәт сараларында һәм интернет селтәрҙәрҙә баҫылған эштәр ҡабул ителә. Ғаризалар ҡабул итеү 2020 йылдың 1 февраленә тиклем дауам итә. Һөҙөмтәһе 15 февралдә иғлан ителәсәк. Еңеүселәрҙгә БР Дәүләт Йыйылышы рәйесенең Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.