09.10.2019 Бәхетле булыу өсөн күпме хеҙмәт хаҡы талап ителә?
Илебеҙ халҡына үҙҙәрен бәхетле итеп тойоу һәм тыныс ҡына йәшәү өсөн айына уртаса 161 мең һум аҡса эшләргә кәрәк. Был хаҡта, Superjob порталына һылтанып, ТАСС хәбәр итә.
Ир-атҡа 181 мең һум кәрәк булһа, ә ҡатын-ҡыҙға 138 мең һум аҡса кәрәклеге асыҡланған.
Һорау алыуҙа ҡатнашҡан 24 йәшкә тиклемге кешеләргә айына 118 мең һум да етә, ә бына 35 йәштән уҙғандарға бәхет өсөн айына 172 мең һумһыҙ ҙа булмай икән.
Мәскәү халҡы иң «аппетитлыһы» булып сыҡҡан, улар 212 мең һум хеҙмәт хаҡына ҡәнәғәт буласаҡ, ә бына Ырымбур халҡы тыйнаҡ ҡына – 115 мең һумға ла риза булыуҙарын белдергән.