08.10.2019 Мәйет дүрт йыл буйы ваннала ятҡан
СССР-ҙың 50 йыллығы урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр коммуналь хеҙмәттәргә йыш зарланған. Уларҙы подъезда саҡ ҡына һиҙелерлек газ еҫе борсой. Ялыу буйынса килгән белгестәр тикшереү уҙғарһа ла, сәбәбен асыҡлай алмай.
Берҙән - бер көндө, сираттағы газ хеҙмәте тикшереүе мәлендә, барлыҡ фатирҙарҙы ҡарап сығырға хәл ителә.
Оҙаҡ ваҡыт бикле торған бер фатирҙың ишеген асып ҡарағас, газсылар йән өшөткөс күренешкә тап була - ваннала хужаның мәйетенә юлыға. Ә ауыр мәйет еҫе мебелгә, диуарҙарға һеңгән. Күршеләр әйтеүенсә, ирҙе дүрт йыл самаһы күрмәгәндәр. Ошо арауыҡта фатир хужаһының туғандары ла, яҡындары ла уны юғалтып полицияға мөрәжәғәт итмәгән. Подъездағылар уның исемен хәтерләй ҙә алмаған. Судмедэкспертиза ирҙең үлемендә бер ниндәй ҙә криминал күрмәй.
Аш-һыу бүлмәһендә газ еҫенең сәбәбе - бик күп газ баллондары һаҡланған була. Был йорттағылар дары мискәһе өҫтөндә йәшәгән, тиергә мөмкин. Һаҡһыҙ ҡыланыштан әллә нисәмә фатирҙың көлө күккә осоу хәүефе булған.
—Кешенең ҡайһы ерҙә йән биреүенән тора – әгәр ҙә ҡалын юрған аҫтында йәки ванна бүлмәһендә үлһә, йортҡа еҫтең бигүк таралмауы ла мөмкин. Шулай уҡ, ябыҡ кешенең мәйетенең еҫе, шәкәр диабеты менән сирләгән һимеҙҙекенә ҡарағанда, күпкә көсһөҙ. Ғөмүмән, мәйет еҫе вентиляция, йоҙаҡ скважинаһы аша тарала, уны һиҙмәү мөмкин түгел, — авария-ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре.