07.10.2019 Баланы астманан дауалау өсөн үләндәр
Халыҡ медицинаһы көслө йүтәлде, астманы, бронхитты үләндәр ярҙамында дауалауҙың төрлө ысулдарын тәҡдим итә.
Үгәй әсә үләне
Бер ҡалаҡ үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәткә ҡаплап, урап ҡуйырға. Аҙаҡ һөҙөп алып, көнөнә 4 – 5 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсерергә. Бронхит, үпкә шеше, бронх астмаһы, туберкулез, абцесс, үпкә гангренаһын дауалау өсөн ҡулланыла.
Юл үләне
Бер ҡалаҡ ваҡ итеп туралған япраҡтарға бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм шулай уҡ бер сәғәткә ҡаплап, урап ултыртырға. Астма, үпкә туберкулезы, плеврит, коклюш, өҫкө тын юлдарында һәм бронхтарҙа катар, көслө йүтәлдән көнөнә 3-4 тапҡыр ашарҙан 20 минут алда эсергә.
Татлы тамыр (солодка)
Үҫемлектең бер ҡалаҡ тамырын бер стакан ҡайнар һыуға һалып, ун минут ҡайнатырға һәм бер сәғәт йылыға ҡуйып төнәтергә. Һғөҙөп алғандан һуң көнөнә 4-5-әр тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Коклюш, бронхит, үпкә туберкулезы, бронх астмаһы, ларингит һәм үпкә шешен дауалауҙа ҡулланыла.
Кейәү үләне (чабрец)
Бер ҡалаҡ ҡоро үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, таҫтамал менән урап ҡуйығыҙ. Бер сәғәттән һуң һөҙөп алып, көнөнә 4 – 5 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә мөмкин. Бронх катары, бронх астмаһы, коклюш, үпкә шеше, көслө йүтәлдән файҙалы.
Һаҙанаҡ (багульник) һәм кесерткән төнәтмәһе
25 г һаҙанаҡ һәм 10 г кесерткәндең ваҡлап туралған япраҡтарына бер литр ҡайнар һыу ҡойорға һәм 8 сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, ашағандан һуң ¼ стакан эсергә. Коклюш менән ауырыған балаларға көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ бирергә кәрәк.
Был төнәтмә бронх астмаһы, ревматизм, быуындар һыҙлауына ҡаршы ҡулланыла. Ҡаты йүтәлдән һәм тын ҡыҫылыуҙан ғына түгел, оҙаҡ ҡулланһаң (кәм тигәндә ике аҙна), яңы башланған астманы ла уңышлы дауалап була, тип иҫәпләйҙәр.