07.10.2019 Беҙҙекеләр хатта Европаны уҙып китте
Катарҙа еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты тамамланды.
Рәсәй йыйылма командаһы ике алтын, өс көмөш һәм бер бронза миҙал яуланы. Юғары уңышҡа Анжелика Сидорова (ҡолға менән бейеклеккә һикереү) менән Мария Ласицкене (бейеклеккә һикереү) өлгәште. Көмөш миҙалды Сергей Щубенков (110 метр араға ҡаршылыҡтар аша йүгереү), Михаил Акименко (бейеклеккә һикереү) һәм Василий Мизинов (20 саҡырым араға спорт атлауы) яуланы. «Бронза»ға бейеклеккә һикереүҙә Илья Иванюк лайыҡланды.
Беҙҙең спортсылар нейтрал флаг аҫтында сығыш яһап, һирәк төрҙә генә ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, хатта Европа илдәрен уҙып китте. Уңышлыларынан Бөйөк Британия беҙҙән бер миҙалға ҡалды. Ә инде АҠШ спортсылары 14 алтын, 11 көмөш һәм 4 бронза миҙал яулап, алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе урында – Кения (5 – 2 – 4). Өсөнсөлә – Ямайка спортсылары (3 – 5 – 4).