07.10.2019 Йыһанға осорға теләк бармы? Мөмкинлек бар!
"Роскосмос" һәм Юрий Гагарин исемендәге Йыһангирҙарҙы әҙерләү үҙәге йыһангирҙар отрядын туплай. 2020 йылдың 1 июненә тиклем документтарҙы тапшырып өлгөрөп ҡалырға мөмкин.
Һайлап алыу асыҡ формала үтә. Дәғүәселәр Рәсәй гражданы булырға тейеш һәм улар араһынан дүрт кеше һайланасаҡ.
Конкурсанттар бер нисә этапта һыналасаҡ:
- һөнәри талаптарға яуап биреү;
- медицина тикшереүе;
- физик әҙерлек буйынса тест;
- психологик һыҙаттарҙы асыҡлау.
Документтар быйыл 3 июндән ҡабул ителә башланы. Аҙаҡҡы срок - 2020 йылдың 20 июне.
Ҡыҙыҡһынһағыҙ - сайтҡа һылтанма: http://gctc.ru/main.php?id=4629