07.10.2019 Фәнис Әминев Баймаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде
Район советы депутаттары ҡарары менән Фәнис Әминев Баймаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев 1967 йылдың 24 июлендә Баймаҡта тыуған. 1984 – 1985 йылдарҙа СПТУ-ла белем ала, шулай уҡ Магнитагорск тау-металлургия институтын тамамлаған. 1985 – 1987 йылдарҙа Армия сафында хеҙмәт итә. 1993 – 2006 йылдарҙа Баймаҡ йылылыҡ селтәре предприятиеһында мастер, баш инженер һәм директор вазифаһын башҡарыусы булып эшләй. 2006 – 2008 йылдарҙа Баймаҡта «Йылылыҡ селтәре» муниципаль унитар предприятиеһы директоры, 2008 – 2011 йылдарҙа шунда уҡ директор урынбаҫары һәм директор вазифаларын башҡара. Шулай уҡ «Өфө һыу каналыл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры була. 2013 – 2016 –йылдарҙа «Йылылыҡ селтәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. 2016 – 2018 йылдарҙа – Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы. 2018 йылдың 30 ноябрендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2018 йылдың 3 декабренән Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһы бурысын башҡара.