05.10.2019 Герой кешенең асарбаҡҡа әйләнеүе
Кисә, 4 октябрҙә "Россия 1" телеканалында Андрей Малаховтың "Прямой эфир" шоуында Стәрлетамаҡта йәшәгән Таһир Зарипов тураһында һөйләнеләр.
Ир 11 йыл элек батырлыҡ ҡылған. Ул 2008 йылдың 23 июнендә маршрут автобусында барған булған. Ҡапыл водитель аңын юғалтҡан.Таһир быны күреп, рулде үҙенә алып, машинаны туҡтатҡан. Һөҙөмтәлә 15 кеше имен ҡалған.
Бының турала матбуғатта, радио-телевидениела күп һөйләгәндәр. Тик унан һуң ирҙең тормошо аҫты-өҫкә килгән. Ул ғаиләһенән киткән, фатирын элекке ҡатыны Зөлфиә менән 4 һәм 6 йәшлек ҡыҙҙарына ҡалдырған. Таһир Өфөгә күскән, тик ул баш ҡалаға ерегеп китә алмаған. Ике йыл элек ул инфаркт кисергән. Әлеге ваҡытта 50 йәшлек ир Стәрлетамаҡ ситендә гаражда асарбаҡ кеүек көн итергә мәжбүр.