04.10.2019 Бешерелгәнен ашарғамы, бешерелмәгәненме?
Ҡайһы берәүҙәр бешерелмәгән аҙыҡ-түлек менән генә туҡланыуға өҫтөнлөк бирә. Улар әйтеүенсә, бешерелмәгән аҙыҡтан организм күберәк энергия туплай. Ысынлап та шулаймы икән? Бешерелмәгән аҙыҡ ашау файҙалыраҡмы, әллә бешереп ашау яҡшыраҡмы? Кемдәр хаҡлы?
Аҙыҡ-түлекте бешермәйенсә ашауҙы пропагандалаусылар, сей аҙыҡ төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай, энергия бирә, ти. Бер яҡтан улар хаҡлы – ҡайһы бер туҡлыҡлы матдәләр аҙыҡты бешергән саҡта файҙаһын юғалта. Улар иҫәбенә С витамины инә. Әммә икенселәре иһә бешергәс кенә еңелерәк үҙләштерелә. Мәҫәлән, бета-каротин.
Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ, рациондан ит, балыҡ, икмәк кеүек аҙыҡтарҙы алып ташлағанда, организмда В12 витаминына һәм кальцийға ҡытлыҡ тыуа.