04.10.2019 Ағиҙел яры матурлана
Ағиҙел йылғаһының яр буйын реконструкциялау буйынса төҙөлөш эштәре тамамланыуға табан бара.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тимер юлынан алып автомобиль күперенә тиклем майҙанда төҙөлөш эштәре тамамланған. Әле объектты файҙаланыуға тапшырыу, тейешле документтарҙы әҙерләү эштәре ҡалған.
Тәүге тапҡыр Ағиҙел ярын төҙөкләндереү 60 – 70-се йылдарҙа башҡарыла. Ул ваҡытта яр буйы һыуҙан йыуылып төшмәһен өсөн нығытмалар ҡуйыла, Дуҫлыҡ Монументына тиклем асфальт юл түшәлә. Ике полосалы автомобиль юлы тимер юлы күперенә тиклем дауам итә һәм Мосолмандар зыяратынан аҫтараҡ тамамлана. Дуҫлыҡ Монументы ла шул ваҡытта барлыҡҡа килә. Ул 1965 йылдың 7 авгусында тантаналы асыла. План буйынса, юл Пугачев урамынан башланып, Монумент аша үтергә һәм Нижегородка биҫтәһе менән тоташтырылырға тейеш була. Әммә билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем төҙөлөш эштәрен туҡтаталар.
2014 йылда объектты реконструкциялау башлана. 5 саҡырым оҙонлоҡтағы яр буйындағы төҙөлөш эштәре гидротехник ҡоролмалар төҙөүҙе, юлды һәм тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала.