04.10.2019 Эсһәң, яҡшыһын эс
Ҡағыҙ пакеттағы сәйҙән айырылып, пластик пакеттағыларға өҫтөнлөк биреү кеше һаулығы өсөн ҙур хәүеф менән янай. Химик машина төҙөү университеты профессоры Макгилла Натали Туфенкджи ошондай һығымтаға килгән.
Ул тикшереү барышында дүрт төрлө пластик пакеттағы сәйҙе тикшергән. Һөҙөмтәлә пластик пакеттағы сәйҙәрҙе ҡайнар һыуға төшөрөү менән унан 11,6 миллиард микропластик һәм 3,1 миллиарда нанопластик бүленеп сығыуы асыҡланған.
Был күрһәткестәр тирә-яҡты пластик менән зарарлауға ҡарағанда, мең тапҡырға күберәк, ти ғалимдар. Әйткәндәй, кеше һаулығы өсөн хәүефле ошондай уҡ күрһәткестәр пластик шешәләрҙәге һыуҙа һәм ҡайһы бер аҙыҡ-түлектә бар икән.