04.10.2019 "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты ҙур сарала ҡаралды
Өфөлә Рәсәйҙең торлаҡ-коммуналь хужалығы үҫешенең төп йүнәлештәренә арналған киңәйтелгән стратегик сессия үтте.
Бында белгестәр "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға бәйле ҡануниәт, техник, ойоштороу мәсьәләләре тураһында фекер алышты.
Сара барышында "түңәрәк өҫтәл", эшлекле уйын, пленар ултырыш, бүләкләү кеүектәр ҡаралғайны. Шул иҫәптә 2035 йылға тиклем Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ стратегияһы үҫеше темаһы буйынса киң форматта һөйләшелде.
Кисә Өфөгә Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев та килде. Ул, БР Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа етәкселәр менән бергә төрлө предприятиены ҡараны, беҙҙәге төҙөлөштәргә ыңғай баһа бирҙе.