03.10.2019 Юл фажиғәләре - 2 октябрь
2 октябрҙә республика юлдарында 13 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, 17 кеше травмалар алған.
Тағы ла Салауат ҡалаһында, был юлы көндөҙ, 1 май урамында 46 йәшлек ир "Geely Emgrand" машинаһында электр бағанаһына төкөлөп, ауҙарыла.
Бәрелеү шундай көслө була, водитель шунда уҡ йән бирә. Ике пассажир, 40 йәшлек ир менән 32 йәшлек ҡатын, дауаханала.
Тәүлек эсендә 2100 юл ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлеп, эскән килеш рулгә ултырған 29 водитель тотолған. Нисек эскән килеш руль артына ултырырға ҡурҡмайҙарҙыр..