03.10.2019 Һау-сәләмәт йәшәүгә ни етә?
Бөгөн Белореттың әүҙемдәре "Ғүмергә 10 мең аҙым" тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге, Йәштәр ялы үҙәге ярҙамы менән үткәрелгән был сара Белоретта икенсе тапҡыр ойошторола.
Колонна Металлургтар майҙанынан Блюхер һәйкәленә тиклем барып, кире урап килде. Акцияла ҡатнашыусылар яҡшы кәйефтә, дәртләнешеп йөрөп ҡайтты.
Ни өсөн был акция "Ғүмергә 10 мең аҙым" тип аталамы? Сөнки Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һаулыҡты һаҡлау өсөн көнөнә 6 меңдән алып 10 меңгә тиклем аҙым яһарға кәрәк, ти.
10 000 аҙым яҡынса 7 саҡрым була.
Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылырға теләүселәр бурысты үтәгәнен күрһәтеп, аҙым үлсәгестең (шагомер) һөҙөмтәһе фотоларын ВК-ла (http://vk.com/10kstepstolife) йәки «Facebook»-та (https://www.facebook.com/groups/10000stepstolife/) һалырға тейеш.