03.10.2019 Федераль министр беҙгә "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын ғәмәлгә ашырыу менән танышырға килде
Бөгөн Башҡортостанға Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев килде.
Федераль ведомство башлығы беҙҙә "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын ғәмәлгә ашырыу менән танышты.
Ул Радий Хәбиров менән "Автопласт" компаниялар төркөмө - күп профилле холдинг эшен ҡараны. "Автопласт"ҡа бер нисә предприятие ине.
Холдингтың етәксеһе Андрей Ковшов белдереүенсә, уларҙың компанияһы быялапластика, АБС-пластика, ПВХ-профилдән эшләнгән изделиеларҙы етештереүгә әҙерләү, сериялы һатыу буйынса һәм дизайнлау, проектлау йәһәтенән тулы комплекслы эш башҡара.
Бынан тыш, ҡала, ҡала-ара транспорт өсөн ултырғыстар, автобустарға авария-вентиляция люктары ла эшләйҙәр.
«Автопласт» - "НеФАЗ"дың рәсми поставщигы.
Компаниялар төркөмөнә "Интерклуб" йәмғиәте лә инә. Ул "Нефтекама" ТОСЭР зонаһына ҡарай. Бында "Изотермик конструкциялар етештереүҙе ойоштороу" инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра башлаған. Уға 53,7 миллион һум һалырға һәм 62 яңы эш урыны булдырырға иҫәп тоталар.
Предприятиела тағы ла модуль ФАП етештерелә. Яҡынса хаҡы - өс млн һум.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ул яҡын арала үтәсәк "Инвестиция сәғәте"нә артабан инвеспроектты ҡарар өсөн ошо предприятие белгестәрен һәм БР Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары вәкилдәрен саҡырырға ҡушасаҡ.