03.10.2019 Әсәһенә бысаҡ менән сәнскән
Ата улды , әсә ҡыҙҙы танымаған заман килдеме, үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған балалар ата- әсәләренә ҡул күтәреүҙе лә мәсхәрәгә һанамай.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 27 йәшлек ҡатын әсәһе менән һыйлы табын ҡора. Бер аҙҙан ҡыҙмаса булып алған икәү араһында низағ сыға. Асыуынан ярһыған ҡыҙы бысаҡ алып ҡәҙерле кешеһенең эсенә сәнсә. «Етди эш» ҡылыуын аңлаған ҡатын тиҙ генә «Ашығыс ярҙам» саҡырта һала.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы полицияһы был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.