03.10.2019 Улар ҙа бит аҡҡош түгелдәр...
Америка тренеры Альберто Салазар допинг таратыуҙа ғәйепләнеп, яратҡан шөғөлөнән дүрт йылға ситләтелде.
61 йәшлек белгес үҙенең еңел атлеттарына тыйылған препараттар тәҡдим иткән. 2015 йылда АҠШ атлеты Кара Гоучер тренерының препарат тәҡдим итеүендә ғәйепләп, уға ҡаршы ғариза яҙған. Унан һуң тағы бер спортсылары Караға ҡушылып, Альбертоға ҡаршы ғәйепләү менән сыҡҡан.
2011 йылдан 2017 йылға тиклем уның етәкселегендә Олимпия уйындары чемпионы Мо Фара ла шөғөлләнгән. Ул да шуны һиҙеп, унан киткән.