03.10.2019 Баймаҡ интернат-лицейы телефондарһыҙ нисек сыҙай икән?
Әлеге ваҡытта Баймаҡ интернат-лицейында "Мобиль телефонһыҙ аҙна" бара.
Нимә ул тиерһегеҙ - хәҙер бында дәрестәрҙә бер кем дә экран һыйпап ултырмай, тәнәфестәрҙә текәлеп тормай, төндә ятаҡтарҙа тыныс, тәҙрәләрҙән тышҡа күкһел яҡтылыҡ төшмәй. Уҡыусылар дәрес һәм сампат" башында смартфондарын айырым ҡумтаға һалып ҡуя. Уҡытыусылар ҙа, техник хеҙмәткәрҙәр ҙә шулай итә.
Бер кем дә телефонымды бирмәйем тип тауыш күтәрмәй, дәррәү ҡабул иткән. Аҙна башында "Кәрәҙле телефондың файҙаһы һәм зыяны" исемле коллаж да төҙөгәндәр. Бына дүртенсе көн рәттән уҡыусылар урамда уйнай, китап уҡый, йоҡлай, дәрес әҙерләй - ваҡыттарын телефонһыҙ күңелле итеп үткәрә.
Шәп акция, эйе бит!