03.10.2019 Бына һиңә, мә...
Швеция биатлонсыһы Себастьян Самуэльсон бөтә Рәсәй спортсыларын халыҡ-ара ярыштарҙан ҡыуырға саҡырған.
Ул әйтеүенсә, яңыраҡ билдәле булған Мәскәү допингҡа ҡаршы агентлығының мутлығынан һуң, уларҙы бөтөнләй ярыштарҙан ситләтергә кәрәк. Улар былай ҙа быға тиклем системалы рәүештә ҡағиҙәне боҙоуында билдәле булғайны.
Яңыраҡ WADA-ның эксперттары Мәскәү лабораторияһының биргән мәғлүмәттәре дөрөҫкә тап килмәүен белдергән. Улар хатта беҙҙе киләһе йыл буласаҡ Олимпия уйындарынан бөтөнләй ситләтергә уйлай. Әгәр ҡылыҡтары дөрөҫкә сыҡһа, беҙҙең спортсылар бер ниндәй ҙә ярыштарҙа ҡатнашмауы ихтимал.