03.10.2019 Антарктидала 315 миллиард тонна тартҡан айсберг емерелеп сыҡҡан
Көньяҡ ҡотоптағы Эймери боҙ шельфынан һуңғы 50 йылда иң ҙур боҙ тауы емерелеп, һыуға төшкән.
Скриппс океанография институты ғалимдары уға D28 исемен биргән.
Айсбергтың ҡалынлығы – 210 метр, майҙаны 1636 квадрат саҡрым тәшкил итә. Ул караптарға хәүеф менән янай, шуға ла уны яһалма Ер юлдаштары ярҙамында ныҡлап күҙәтәләр.
Боҙ тауын һыу ағымдары һәм ел көньяҡҡа алып китәсәк, тиҙәр. Бер нисә йылдан ул тулыһынса иреп бөтәсәк.