03.10.2019 "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, ситкә тауар һатырға бушлай өйрәтәләр
Башҡортостандың Экспорт үҙәге белгестәре белем биреү семинары программаһы әҙерләгән.
Уның буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре экспортлау эшмәкәрлеге нигеҙҙәрен бушлай өйрәнәсәк.
Уҡыуҙа төрлө тармаҡҡа сикләү юҡ. Экспорт үҙәгенән белдереүҙәренсә, бындай семинарҙарҙа башлыса сәнәғәт, аграр сектор, ағас эшкәртеү өлкәләрендә эшләүселәр ҡатнаша.
Төп маҡсат - тышҡы сауҙаны көйләүсе халыҡ-ара хоҡуҡи акттарҙы, тышҡы сауҙа килешеүҙәрен әҙерләгәндә, төҙөгәндә ҡулланылған халыҡ-ара шәхси хоҡуҡи аспекттарҙы база кимәлендә өйрәнеү, халыҡ-ара баҙарға сыҡҡанда шәхси милек объекттары төрҙәре һәм уларҙы һаҡлау саралары хаҡында белем туплау.
Уҡыу семинары "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы ойошторола. Сираттағыһы 15 октябрҙә башланасаҡ. Йыл аҙағынаса тағы 11 семинар күҙалланған. Темалары төрлөсә.
Бушлай ҡатнашыу өсөн РЭЦ-тың Экспорт мәктәбе сайтында теркәлергә кәрәк.