RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡабатлау артыҡ түгел

02.10.2019 Ҡабатлау артыҡ түгел

Күпме генә яҙып, ҡабатлап торһаҡ та, муттарҙың ҡапҡанына барыбер эләгә бит халыҡ.


Мәҫәлән, Нефтекамскиҙа йәшәүсе 53 йәшлек ҡатын 8500 һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Нисек, тиһегеҙме? Анһат ҡына. "Авито" сайтына диван һатыуы тураһында иғлан биргән.

Шунда уҡ уға телефондан йәш ҡыҙ шылтыратып, диванығыҙҙы үҙем һатып алам, аҡсаны картаға күсерәм, тигән. Диван һатыусы, ҡалай ғына диванды тиҙ һатып ебәрәм, тип ҡыуанып та өлгөрмәгән, йәш ҡыҙ: "Аҡсаны нишләптер картаға күсерә алмайым, банкоматҡа барығыҙ ҙа, мин һеҙгә әйтеп торормон, шуны эшләп ҡарағыҙ". Ҡыуанысынан күҙе тонған ҡатын банкоматҡа барып, уның әйткәндәрен үтәгән һәм иҫәбендә булған бөтә аҡсаны муттарҙың кеҫәһенә һалған. Ярай иҫәбендә 85 мең һум ятмаған, уларҙан да елдәр иҫер ине бит.

1 октябрҙә 59 йәшлек ҡатын да, гаражын һатам, тип, шул уҡ юл менән иҫәбендәге 15 мең һум аҡсаһынан яҙған.

Нефтекамскиҙың Эске эштәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 35 йәшлек ҡатын иһә 106 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. 30 сентябрҙә уға банк хәүефһеҙлеге "хеҙмәткәренән" шылтыратыу булған. Шылтыратыусы, һеҙгә, кредит карта менән әүҙем ҡулланыусыға, банк айырым шарттарҙа кешбэк тәҡдим итә, тип һөйөнсө алған. Тик бының өсөн картаның номерҙарын, шул иҫәптән артындағыһын да әйтеүен һораған. Мәғлүмәттәрҙе алыу менән яуыздар карталағы 106 мең һумды урлаған.


Зинһар, карта номерығыҙҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ! Муттар көндән-көн яңы мутлыҡтар уйлап сығарып ҡына тора, бик һаҡ булығыҙ аҡсағыҙ менән.




Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне