02.10.2019 Изге күңелле Илсур
Изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә – балыҡ белер, ти халыҡ әйтеме. Ә бына Баймаҡ районының Бетерә ауылында йәшәүсе Илсур Набиуллинды район халҡы яҡшы белә.
Йәш эшҡыуар Халыҡ-ара ололар көнөндә ошо һәм күрше ауылдарҙағы инәй-олатайҙарҙы ҡотланы. Әйткәндәй, бындай изге эшкә Илсур тәүгә генә ҡушылмай. Йылдар дауамында ололарҙың хәлен белеп, уларҙың күңелен күреп бүләк тапшырыу хәҙер йолаға ла әүрелгән. «Ололарға иғтибар һәм ихтирамыбыҙҙы йәлләмәйек, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек», – ти ул.
Был юлы ла Илсур тәүҙә мәктәпкә йыйылған ололарға иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы, ә инәйҙәргә иһә гөлләмәләр ҙә бүләк итте. Йөрөй алмаған ололарҙы өйҙәренә үк барып ҡотлап, бүләктәр тапшырып, хәлдәрен белеште ул.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Ҡылған изге эштәрең үҙеңә мең сауап булып ҡайтыр әле, Илсур!