02.10.2019 Смартфон арҡаһында тағы ла бер баланың ғүмере өҙөлә
Һуңғы осорҙа гаджет, смартфондар беҙҙең тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Беҙ уларҙы ҡайҙа ғына ҡулланмайбыҙ.
Good Times хәбәр итүенсә, иртән әсәһе 14 йәшлек ҡыҙын уятырға бүлмәһенә инә, тик ҡыҙ уянмай. Ҡото осҡан атай менән әсәй ҡыҙҙы тиҙ арала дауаханаға күтәреп бара. Табиптар уны ток һуҡҡанын белдерә.
Үҫмерҙең карауатында телефонға зарядка бирә торған ҡулайлама ятҡан. Ул телефонға тоташтырылған, тик телефон зарядкаланмаған. Кабелде смартфонға тоташтырыла торған өлөшө янған булған. Бына ошоноң арҡаһында ҡыҙҙы ток һуҡҡан да инде.