01.10.2019 Йәнлек тип яңылыш атҡан
Һунар буйынса тәжрибәң юҡ икән, урманда йәнлек баҫтырып йөрөмәүең яҡшы.
Сибайҙан бер һунарсы , йыртҡыс йәшенеп тора, тип күреп, ҡыуаҡтар яғына мылтығын тоҫҡап атып ебәргән. Унда януар түгел, кеше торған булған. Бәхеткә күрә, ир үлемесле йәрәхәт алмаған. Ырымбурҙан килгән 64 йәшлек дин әһеленең аяғына ғына пуля эләккән.