01.10.2019 Ҡыш ишек төбөндә генә. Ҡарға күмелеп ултырмаҫ өсөн, бөгөн ныҡлы әҙерлек кәрәк
Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә алда торған ҙур эшкә - һалҡын осорҙа йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен таҙартыуға - әҙерлек тураһында һүҙ барҙы.
Ҡышын беҙҙәге иң ҙур проблема - ҡар. Һәм тағы берҙе ҡар.
БР Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев белдереүенсә, тармаҡ хеҙмәттәре кешегә уңайлы булһын өсөн биләмәләрҙе тәртиптә тотоу эштәрен тәүлек әйләнәһенә күҙәтәсәк. Шул иҫәптән ҡарҙан таҙартыу ҙа даими алып барыласаҡ.
Ҡалаларҙа дөйөм майҙан 51 млн квадрат метрҙан ашыу. Шуның 42 млн самаһын техника таҙартһа, ҡалғанына ҡул көсө талап ителә. Өфөгә генә барлығы 3200 техника кәрәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, кәрәккән техниканы бер юлы ғына алып булмай, шулай ҙа яңыртыу яйлап булһа ла бара.
Әҙерлек эштәре дауам итә. Муниципалитеттарға боҙлауыҡҡа ҡаршы тороу өсөн материалдар алыуҙы тиҙләтергә кәрәк. Өфө мэры Өлфәт Мостафин белдереүенсә, баш ҡала, дөйөм алғанда, ҡышҡы осорға әҙерлекте тамамлай.
Башҡортостан Башлығы, ҡарһыҙ булғаны юҡ, әҙерләнегеҙ, тине.
БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, "Башкиравтодор" предприятиеһы тейешле норманың 80,5 проценты күләмендә - тоҙ, 60 процент ҡом әҙерләгән. Ҡала һәм райондар муниципалитеттарында был күрһәткес ҙәерәк.