01.10.2019 Машина эйәләре! Бөгөндән европротоколға хаҡ арта
1 октябрҙән, әгәр аварияға тарыған яҡтарҙың фекер төрлөлөгө булмаһа, Рәсәйҙең теләһә ниндәй төбәгендә полиция хеҙмәткәрҙәре саҡыртмай ғына европротокол буйынса аварияны максималь хаҡ буйынса тултырырға мөмкин. Хәҙер түләүҙең суммаһы 100 меңгә тиклем түгел, ә 400 мең һумға тиклем етеүе ихтимал.
Бығаса Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә генә ошондай шарттарҙа европротокол тултырырға була ине.
Аварияны махсус мобиль ҡушымта ярҙамында теркәргә кәрәк. Быны борттағы ГЛОНАСС системаһы менән дә эшләргә мөмкин (яңы машиналарға ҡуйыла). Ул аварияны теркәй һәм тиҙлекте арттырыу, бәрелешеүҙең көсө тураһында мәғлүмәттәрҙе операторға, ә ул уларҙы страховкалаусыға тапшыра.