01.10.2019 "Алға" менән экономия яһа
Берҙәм транспорт картаһы барлыҡҡа килеүен пассажирҙар ыңғай ҡабул итте. Автобуста ла, трамвай, троллейбуста ла шул бер "Алға" менән йөрөгәс, бик уңайлы. Әйткәндәй, халыҡ өсөн уңайлыҡтар бының менән генә бөтмәй әле.
Бөгөндән "Бәхетле сәғәт" тарифы Башавтотранс автобустары менән электр транспорты араһында эшләй башлаясаҡ. Йәғни, пассажирҙар бер сәғәттә бер билет менән автобустан трамвай, троллейбусҡа күсеп (йәки, киреһенсә) ултыра ала. Икенсе билет түләүһеҙ була.
Был, моғайын, ҡалала "пересадка" менән йөрөүселәргә ныҡ шәп булыр.
Беләһегеҙ, бер сәғәтлек тариф 1 сентябрҙән эшләй башлағайны. Яңы хеҙмәт менән тиҫтәләрсә мең кеше файҙаланған.
Байтаҡ шәхси маршруткалар ҙа "Алға" менән иҫәпләшергә мөмкинлек булдырҙы. Ни тиһәң дә, кеҫәлә шылтырҙатып ваҡ аҡса йөрөтмәһәң дә, 25 һум урынына, 20 һум түләһәң дә, яйлы бит.
Имен юлдар!